суббота, 15 марта 2014 г.

Лавров: Косовоға нимә рөхсәт ителһә, Ҡырымға ла шул рөхсәт ителә.


Рәсәй Украинаның көнсығышына ғәскәр индерергә йыйынмай, әммә Мәскәү 16 март референдумында Ҡырым халҡының үҙ ихтыярын белдереүенә хөрмәт ҡараясаҡ. Рәсәй сит ил эштәр министры Сергей Лавров, Лондонда АҠШ дәүләт сәркәтибе Джон Керри менән осрашыуҙан һуң, ошондай белдереү менән сығыш яһаны. Рәсәй министры йәнә Ҡырымдағы хәлдәрҙе бер нисә йыл элек Косовола булған хәлдәр менән сағыштырҙы. Сербия автономиялы крайының Сербиянан бүленеп сығырға хоҡуғы булған икән, Ҡырымдың да шундай уҡ хоҡуғы барлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий