суббота, 15 марта 2014 г.

Ҡырым: иҡтисади хәле.


Ҡырым ярымутрауы- “Бөтә Союз һаулыҡ һаҡлау төбәге”-СССР заманында уҡ туристар ожмахы иҫәпләнгән. Әйтергә кәрәк, шифаханалар үҫеше XIX быуаттың икенсе яртыһында уҡ башлана. Бөгөн бында йыл һайын башлыса Рәсәйҙән һәм Украинанан 6 миллион самаһы кеше килә.
Туризм- ҡырымлыларҙың төп килем сығанағы, тик, эксперттар фекеренсә, ул аҡсаларҙың күп өлөшө ҡаҙнаға инмәй һәм рәсми рәүештә туризм Ҡырым бюджетының 6 процентын ғына тәьмин итә.
Дөйөм алғанда, Ҡырым өлөшөнә Украина ВВП-һының 3 проценты тура килә- был, 2012 йыл һөҙөмтәләре буйынса, 3 миллиард евро. Шуларҙың 60 проценты, дәүләттекен дә индереп, төрлө хеҙмәт күрһәтеүҙәр, 16 проценты- сәнәғәт, 10 проценты- ауыл хужалығы, шул иҫәптән шарап яһау. Ҡырым ҡаҙылма байлыҡтарға бай, аналитиктар ярымутрауҙың иҡтисади потенциалы бар, тип иҫәпләй, тик үҫеш байтаҡ капитал һалыуҙы талап итә.
Ҡырым- дотация регионы, бюджет сығымдарының яртыһын үҙәк ҡаплата. Материктағы Украинаға Ҡырым финанс йәһәтенән генә бәйле түгел, яғыулыҡ, һыу, электр энергияһы менән үҙ-үҙен ул тәьмин итә алмай- электр энергияһының 80 процентын һәм газдың 65 процентын ул сик буйындағы Украина өлкәләренән ала.
Электр энергияһы мәсьәләһен мобиль электростанциялар иҫәбенә хәл итергә мөмкин булһа, һыу мөһим проблема булып ҡала. Ҡырымда сөсө һыу сығанаҡтары юҡ тиерлек. Һыуҙың күп өлөшө ярымутрауға Төньяҡ Ҡырым каналы аша Днепрҙан килә.

Ҡырымдың үҫеше өсөн Рәсәй аҡса вәғәҙә итте. Бынан тыш Рәсәй йыл һайын Украина хөкүмәтенә, Севастополдә Ҡара диңгеҙ флоты базаһын һаҡлау өсөн, 100 миллион доллар самаһы аҡса түләй, был аҡсаларҙы туранан-тура Ҡырым Республикаһы бюджетына күсерергә мөмкин булыр ине.

Комментариев нет:

Отправить комментарий