четверг, 13 марта 2014 г.

Ҡырым: халыҡ-ара күҙәтселәрҙе берәү ҙә көтмәй.


Симона Вольта, “Евроньюс”:
-Серджио, урындағы парламент Киевтан бойондороҡһоҙлоҡ хаҡында тауыш биреп, референдумға бер нисә көн ҡалғанда, ярымутрауҙа атмосфера ниндәй?
 Серджио Кантоне, “Евроньюс:”
Барыһы ла, әлбиттә, үтә лә мөһим тарихи ҡарарҙы- Ҡырымдың Украинанан бүленеүенә бәйле референдум һөҙөмтәләрен көтә. Ҡырымдың сәйәси киләсәге хаҡында һөйләргә әлегә иртәрәк, әйткәнемсә, барыһын да тауыш биреү һөҙөмтәләре ҡыҙыҡһындыра.
Поезда (Киевтан авиарейстар туҡталды) Киевтан иртән килгәс күргәндәр тураһында һөйләргә теләйем. Килгәс, беҙ именлек контроле аша үттек, уны үҙ теләге менән “үҙоборона отрядтары”на ингәндәр атҡара. Журналистар айырым иғтибар үҙәгендә. Айырым алғанда, тикшереүселәр беҙҙең менән бергә килгән “Әл-Джәзира”нан коллегаларыбыҙҙы туҡтатты.
Симона Вольта, “Евроньюс”:
-Һеҙ Рәсәй яҡлы кешеләр хаҡында әйтеп үттегеҙ, Симферополь урамдарында халыҡ-ара күҙәтселәрҙе күрмәнегеҙме?
Серджио Кантоне, “Евроньюс:”
-Бер кемде лә күрмәнем һәм уларҙы бында берәү ҙә көтмәй. Мин бөгөн ҡайһы бер кешеләр менән һөйләштем, халыҡ-ара күҙәтселәрҙең бында килеүен теләмәйҙәр тигән фекер ҡалды. Барыһы ла бер тауыштан уларҙың референдум үткәрергә ҡамасаулаясағын белдерҙе.
Симона Вольта, “Евроньюс”:
 Халыҡ-ара йәмәғәтселектең референдум һөҙөмтәләрен танырға йыйынмауына кешеләр нисек ҡарай?
Серджио Кантоне, “Евроньюс:”
-Улар быны Көнбайыш илдәренең провокацияһы рәүешендә ҡабул итә. Көнбайыш уларҙың һайлауын, күрше Рәсәйгә ҡушылырға йыйынған Ҡырым халҡының һайлауын, бик булмаһа, айырыуса Майҙандағы революциянан һуң, Украинанан китеү теләген танырға теләмәй, тип иҫәпләй.





Комментариев нет:

Отправить комментарий