среда, 12 марта 2014 г.

Ливия премьерын нефть арҡаһында отставкаға ебәрҙеләр.


Ливия премьер-министры Али Зейдан отставкаға ебәрелде. Ил парламенты күпселек тауыш менән кабинет башлығына ышанысты юғалтыуын белдерҙе.
Хөкүмәткә ваҡытлыса оборона министры Абдалла Абдуррахман ат-Тани етәкселек итәсәк, 15 көн эсендә парламентарийҙар яңы премьер кандидатураһын табырға һәм раҫларға тейеш.
Ливия күсеш осорон һаман үтә алмай, һуңғы ваҡыт хәлдәр сәйәси көрсөк менән дә ҡатмарлашты. Хөкүмәт башлығын илдә тәртип булдыра алмауҙа, айырым алғанда, байтаҡ нефть объекттарын һәм илдең көнсығышындағы порттарҙы баҫып алған ҡораллы экстремистарҙы еңә алмауҙа ғәйепләйҙәр.

Урындағы ҡәбиләләр күберәк автономия талап итә һәм, шул маҡсаттан сығып, нефть менән үҙ аллы сауҙа итә. Мәҫәлән, шишәмбе көн улар Төньяҡ Корея флагы аҫтындағы танкерҙы нефть менән тултырғандар. Тегеһе Ливия Хәрби диңгеҙ көстәре һөжүменә дусар булған, әммә, ҡамауҙы йырып, эҙәрлекләүҙәрҙән китә алған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий