понедельник, 17 марта 2014 г.

Сергей Аксенов: “Беҙ үҙ йортобоҙға ҡайтабыҙ. Ҡырым- Рәсәйҙә.”


Ҡырым фейерверк һәм байрам концерттары менән ярымутрау статусы буйынса референдумдың тамамланыуын билдәләй. Бюллетендәрҙең яртыһын тикшергәндән һуң, Ҡырымдың Үҙәк һайлау комиссияһы шулай тип хәбәр итте: ярымутрауҙың Рәсәй составына Федерация субьекты рәүешендә инеүе өсөн граждандарҙың 95,5 проценты тауыш биргән, ҡырымлыларҙың 3,5 проценты ярымутрауҙың автономия статусында Украина составында ҡалыуы яҡлы.
Ҡырым администрацияһы башлығы Сергей Аксенов барыһын да еңеү менән ҡотланы:
“Беҙ үҙ йортобоҙға ҡайтабыҙ. Ҡырым- Рәсәйҙә. Беҙ быны бергәләп, һеҙҙең ҡыйыулығығыҙ, һеҙҙең ярҙамығыҙ, Рәсәйҙең ярҙамы, Рәсәй халҡының, уның президентының ярҙамы менән эшләнек. Һеҙҙең был еңеүегеҙҙе бер кем дә тартып ала алмаясаҡ. Беҙ бергәләп Рәсәйгә ҡайтабыҙ! Ура! Һеҙҙең барығыҙҙы ла ҡотлайым!
Тауыш биреүҙәрҙең рәсми һөҙөмтәһе киләһе сәғәттәрҙә иғлан ителәсәк.
Ҡырымдың Юғары советы бөгөн үк республиканың Рәсәй Федерацияһы составына инеүе өсөн рәсми заявка төҙөргә йыйына.
Тауыш биреүгә халыҡ дәррәү йыйылып килде һәм ул тыныс шарттарҙа үтте. Референдумды ойоштороусылар мәғлүмәттәре буйынса, плебисцитта ҡатнашҡан автономиялы республика халҡы 83 процентҡа тиерлек еткән. Севастополь һәм Симферополдә был һан тағы ла юғарыраҡ- 89 процент.
Симферополдең үҙәк майҙанында меңдәрсә халыҡ Рәсәй флагтары аҫтында йыйылды. Улар өсөн был тарихи көн булды, референдум һөҙөмтәләрен Украина властары һәм Көнбайыш танырға теләмәһә лә, халыҡ яҡшыға өмөтләнә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий