понедельник, 17 марта 2014 г.

Донецк ҡалаһында ла референдум үткәрергә теләйҙәр.


Украинаның көнсығышындағы Донецк ҡалаһында Рәсәйгә йөҙ тотҡан демонстрацияла ҡатнашыусылар өлкә прокуратураһы бинаһын баҫып алды. Илдең яңы властарына ҡаршы сыҡҡан халыҡ өлкә прокурорын һәм урындағы администрация вәкилдәрен табырға иҫәп тотто. Манифестацияла ҡатнашыусылар прокуратура бинаһына бәреп инде, әммә урындағы власть вәкилдәренән берәүҙе лә тапманы.
Рәсәйҙең яңылыҡ агенстволары хәбәр итеүенсә, элекке прокурор ҡаршылыҡ хәрәкәте активистары менән бергә “халыҡ губернаторы” Павел Губаревты һәм 13 мартта Донецк үҙәгендәге сыуалыштар ваҡытында ҡулға алыныусыларҙы азат итеү хаҡында һөйләшергә теләгән.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, манифестанттар “Донбасс индустриаль союзы” металлургия корпорацияһы бинаһына һәм өлкәнең дәүләт администрацияһына үтә, тик губернатор Сергей Тарута унда булмай.

Митингыла ҡатнашыусылар прокуратура бинаһы өҫтөнә Рәсәй флагын элә һәм Донецк өлкәһендә референдум үткәрергә саҡыра.

Комментариев нет:

Отправить комментарий