понедельник, 17 марта 2014 г.

Малайзияның юғалған самолеты пилоттары йорттарында тентеү үткәрелгән.


Малайзия самолетын алып ҡасҡандармы? Тәфтишселәр хәҙер тап ошо версияны ҡарай. Уларҙың уйынса, самолеттың коммуникациялар системаһын махсус рәүештә өҙгәндәр, ә осош траекторияһы хаҡындағы мәғлүмәттәр лайнерҙың ерҙәге радарҙарҙан йәшеренергә тырышыуы тураһында һөйләй.
Шуға ҡарамаҫтан, хәрбиҙәрҙең радарҙары ярҙамында уның хәрәкәтен асыҡлай алғандар. Бөтә нәмә самолетты алып ҡасыусыларҙың, әгәр был шулай булһа инде, яҡшы әҙерлеге хаҡында һөйләй, шуға күрә тәүге шик “Боинг” экипажына төштө. Ике пилоттың да йортонда тентеү үткәрелде.
Малайзия полицияһы вәкиленең һөйләүенсә, беренсе пилоттың, 53 йәшлек Захари Әхмәт Шахтың йортонда тренажер- осош симуляторы табылған. Уны эксперттар тикшерә.
Тентеүгә санкция һауа судноһының курсы аңлы рәүештә үҙгәртелеүе асыҡланғас бирелгән. Быны командир эшләгәнме йәки икенсе пилот- 27 йәшлек Фариҡ Абдул Хамит эшләгәнме- әйтеүе ҡыйын. Шул ғына билдәле: хәбәрһеҙ юғалған самолеттың пилоттары бергә осоу хаҡында һорамаған. Һауа судноһын алып ҡасыуҙың мотивы ла әлегә билдәһеҙ.
Бәйләнеш юғалғандан һуң, самолет йәнә 4 сәғәт оса алған, тип фараз итәләр.


Комментариев нет:

Отправить комментарий