вторник, 18 марта 2014 г.

Путин рәсми рәүештә Ҡырымдың бойонодороҡһоҙлоғон таныны.


Рәсәй президенты Владимир Путин дүшәмбе кис Ҡырым республикаһын таныу хаҡындағы указға ҡул ҡуйҙы. Кремль сайтында баҫылып сыҡҡан документта Ҡырым “суверенлы бойондороҡһоҙ дәүләт, Севастополь айырым статусҡа эйә булған ҡала” итеп ҡабул ителә.
Бынан алда, дүшәмбелә, Ҡырымдың йәкшәмбеләге референдум һөҙөмтәләренә таянып, регион парламенты ярымутрауҙың Украинанан бойондороҡһоҙлоғо тураһында ҡарар ҡабул итте һәм Рәсәйгә территорияһын Федерацияның яңы субъекты хоҡуғында үҙ составына алыуҙы һорап мөрәжәғәт итте.
Украина, ЕС, АҠШ Ҡырымда үткәрелгән тауыш биреүҙе легитим түгел, тип иҫәпләй. Киев хөкүмәте халыҡ-ара йәмәғәтселектән Ҡырымдың бүленеп сығыуын танымауҙы һорай.
Плебисцит мәғлүмәттәре буйынса, тауыш бирергә килеүселәрҙең 96,7 проценты Ҡырымдың Рәсәй составына инеүе яғында. Яңы Ҡырым властарының мәғлүмәттәре буйынса, ярымутрау халҡының 83 проценты референдумға килгән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий