вторник, 18 марта 2014 г.

Рәсәй чиновниктарын ЕС һәм АҠШ санкциялары ҡурҡытмай.


 Рәсәй чиновниктарын Ҡырымдағы референдумға яуап итеп иғлан ителгән ЕС һәм АҠШ санкциялары ҡурҡытмай. Мәскәүҙән айырмалы рәүештә, Вашингтон һәм Брюссель плебисцитты законһыҙ, тип иҫәпләй. Аҡ йорт баҫтырып сығарған исемлектә- 11 кеше. Улар араһында Дәүләт Думаһы депутаты Елена Мизулина ла бар. АҠШ-тың үҙенә санкциялар иғлан итеүе уны аптыратты.
Мизулина: “Сит илдә, Рәсәй Федерацияһынан ситтә, минең дә, ғаилә ағзаларымдың да аҡсаһы ла, күсемһеҙ милке лә юҡ. Мин Рәсәй Федерацияһының ғына гражданины. Был санкциялар минең өсөн сәйер. Ярар инде, беҙ түҙербеҙ. Тарих барыһын да үҙ урынына ҡуйыр. Мин шуға ышанам: беҙ бөтәһен дә дөрөҫ эшләнек.”
РФ-ның вице-премьеры Дмитрий Рогозин үҙенең Twitterҙағы микроблогында былай тип яҙҙы: “Иптәш Обама, сит илдә иҫәбе, милке булмағандарға нимә эшләргә һуң? Әллә Һеҙ ул турала уйламанығыҙмы?”
Рәсәй Федерацияһы сит ил эштәре министры урынбаҫары Сергей Рябов Рәсәйгә ҡарата АҠШ-тың санкцияларын “ысынбарлыҡты паталогик рәүештә танырға теләмәүҙең сағылышы”, тип атаны.
Аҡ йортттоң рәсми вәкиле Джей Карни журналистың артабан санкцияларҙың Рәсәй президенты Владимир Путинға ла ҡағылыу ихтималлығы хаҡындағы һорауына былай тине:
“Беҙ берәүҙе лә айырып ҡалдырырға теләмәйбеҙ, әммә әгәр Рәсәй Украинаға ҡарата курсын үҙгәртмәһә, өҫтәмә саралар күреләсәк.”
Евросоюз да, Ҡырымдағы референдумды ғәйепләп, санкциялар исемлеген баҫтырып сығарҙы. Унда- 21 фамилия.  ЕС 21 мартта Украина менән сәйәси килешеүҙәр блогына ҡул ҡуйырға әҙерлеген белдерҙе һәм Киевҡа финанс ярҙамы вәғәҙә итте.



Комментариев нет:

Отправить комментарий