среда, 19 марта 2014 г.

Владимир Путин: “Рәсәй менән ҡурҡытыусыларға ышанмағыҙ. Беҙ Украинаны бүлергә йыйынмайбыҙ.”


 Президент Владимир Путин һәм Ҡырым, Севастополь етәкселәре республика һәм ҡаланың Рәсәй составына инеүе тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Был тантана алдынан  президент Федераль йыйылыш алдында сығыш яһаны, унда Владимир Путин шуны һыҙыҡ өҫтөнә алды: ни өсөн был юл һайланыуын аңлау өсөн, “Ҡырым тарихын, Ҡырым өсөн Рәсәйҙең, Рәсәй өсөн Ҡырымдың ниндәй мәғәнәгә эйә булыуын белеү ҙә етә. ”

Ярымутрауҙың тарихын хәтерләп, президент уның аҫаба халҡын, уларҙың депортацияһын да хәтергә төшөрҙө:

“Ҡырым татарҙары үҙ еренә ҡайтты. Ҡырым татарҙары халҡынын реабилитацияһы процесын тамамлау өсөн кәрәк булған бөтә сәйәси һәм закондар сығарыу менән бәйле  ҡарарҙар ҡабул ителергә тейеш.”

“Украина мәсьәләһендә беҙҙең Көнбайыш партнерҙарыбыҙ сиктән сыҡты, үҙҙәрен тупаҫ тотто, яуапһыҙлыҡ күрһәтте, насар профессионал итеп танытты.

Беҙ Ҡытай халҡына рәхмәтлебеҙ, уның етәкселеге Украина һәм Ҡырым тирәһендәге хәлдәрҙе уның бөтә тарихи һәм сәйәси тулылығында ҡарай.”

Владимир Путин, Ҡырым һәм Севастополде ни өсөн ҡушырға ҡарар итеүҙе аңлатып, бер нисә тапҡыр тарихҡа мөрәжәғәт итте. Рәсәй, Украина йәки Советтар Союзы тарихын ғына түгел, Германияның яңы тарихын да иҫкә төшөрҙө:

“Европалылар, тәүге нәүбәттә немецтар,  мине аңлар, тип ышанам. Хәтерегеҙгә төшөрәм: ГФР һәм ГДР-ҙы берләштереүгә бәйле сәйәси консультациялар барышында Германияның ул саҡтағы һәм хәҙергә бөтә союздаштары ла берләшеү идеяһын яҡламаны. Ә беҙҙең ил, киреһенсә, немецтарҙың милли берҙәмлеккә ынтылышын ысын күңелдән хупланы.”

Президент яңы Украина власының курсын “милләтселәр, русофобтар, антисемиттар” билдәләүен әйтеп үтте һәм шуға ышандырҙы: Рәсәй Киев менән дуҫтарса мөнәсәбәттәр булдырырға ниәтләй.

“Рәсәй менән ҡурҡытыусыларға, Ҡырым артынан башҡа региондар ҙа эйәрәсәк тиеүселәргә  ышанмағыҙ. Беҙ Украинаны бүлергә йыйынмайбыҙ, беҙгә был кәрәкмәй. Ҡырымға килгәндә, ул рустарҙыҡы, украиндарҙыҡы, Ҡырым татарҙарыныҡы булып ҡаласаҡ.”


Килешеүҙә әйтелеүенсә, документҡа ҡул ҡуйылғандан башлап, Ҡырым Республикаһы Рәсәй составында иҫәпләнә. Әммә быны Рәсәй парламенты ратификацияларға тейеш әле. Депутаттар уны тиҙ арала атҡарырға вәғәҙә итә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий