среда, 19 марта 2014 г.

Мигранттар Евроберләшмә сиктәрен штурмлай.


Көндәр йылына башлау менән, Европаға легаль булмаған мигранттар ағымы ла артты. Шишәмбе көн Марокколағы Испанияның Мелилья анклавы территорияһы ғәйәт ҙур штурмға дусар булды. Өс ҡат бейек ҡойма аша үтеп, яҡшыраҡ яҙмыш эҙләп сыҡҡан 500 әҙәм Ваҡытлы бағыу үҙәгенә үтеп инә алды. Былай ҙа лыҡа тулы үҙәккә эләккән мигранттар ҡыуаныстан азатлыҡ һәм шатлыҡ гимдарын йырланы. Мелильялағы ҡабул итеү үҙәге 480 кешегә иҫәпләнһә лә, меңдән ашыу кешене һыйҙыра.

Урта диңгеҙҙәге Италияның Лампедуза утрауына ла ҡасаҡтар күпләп ағыла. Кисә бында Италияның хәрби моряктары 596 ҡасаҡты ҡотҡарҙы. Ике карапта улар Италияға юл тотҡан, әммә утрауҙың көньяғында һәләкәткә осраған. Ҡотҡарыу операцияһында Сицилия боғаҙында ҡасаҡтар һәләкәтенә юл ҡуймау маҡсатында уҙған йыл аҙағында старт алған Mare Nostrum  хәрби-гуманитар миссияһы составындағы “Грекале” фрегаты ла ҡатнашты.


Легаль булмаған мигранттар Европаға Греция аша ла үтеп инергә маташа. Шишәмбе Лесбос утрауы ярҙары буйында 27 легаль булмаған мигрант ултырған кәмә батҡан. Кәм тигәндә, 20 кеше һәләк булған. Иҫән ҡалған берҙән-бер кешенең һүҙҙәре буйынса, кәмә Төркиә ярҙарынан ҡуҙғалып киткән һәм утрауға бер миль ҡалғас түңкәрелгән. Греция ҡотҡарыусылары юғалған алты мигрантты һәм судно капитанын эҙләй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий