четверг, 20 марта 2014 г.

Украина телевидениеһына “Азатлыҡ” килде.


Киевта шаршамбы көн Украинаның Милли телерадиокомпанияһы директоры Александр Пантелеймоновты туҡмап, уны отставкаға китергә ғариза яҙҙыртҡан милләтсел “Азатлыҡ” фирҡәһе депутаттарына яза биреүҙе талап итеп, бер нисә акция үтте.
Халыҡ, һөжүм итеүселәргә енәйәт эшен асыуҙы талап итеп, Генераль прокуратураға килде, әйтергә кәрәк, уның башында ла хәҙер “Азатлыҡ фирҡәһе”ағзаһы тора.
Мостафа Найем, журналист: 
“Өс аҙна элек кенә кешеләрҙе Майҙанда туҡмауҙарына асыулана инек. Ни өсөн беҙ хәҙер кешеләрҙе туҡмауҙарына түҙеп торорға тейеш? Закон бар. Законға нигеҙләнеп эш итергә кәрәк.”
Украинаның Милли телерадиокомпанияһы директорын туҡмаған Игорь Мирошниченко ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар янына сығырға ла оялманы. Ул ғәфү үтенергә йыйынмай, Пантелеймоновты  Янукович хөкүмәте фармандарын үтәүҙә һәм “мәкәүлеләргә”хеҙмәт итеүҙә ғәйепләй.
Игорь Мирошниченко, “Азатлыҡ”фирҡәһенән халыҡ депутаты:
 “Мин, бәлки, артығын ебәргәнмендер. Әммә һуғыш шарттарында был кешене кисекмәҫтән эштән ебәрергә кәрәк ине. Депутат мандатыма килгәндә, депутат тейелмәҫлеге минең өсөн кәртә түгел. Тейешле органдар минең эшмәкәрлегемде, минең көрәштәштәремдең эшмәкәрлеген тикшерһен әйҙә.”
“Азатлыҡтағылар”ҡыланышын премьер Арсений Яценюк, халыҡ-ара хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары ғәйепләп сыҡты, ә Украинаның УНИАН информагенствоһы ҡаршылыҡ йөҙөнән матбуғат конференцияһы уҙғарырға йыйынған был фирҡә ағзаларына үҙ бинаһын биреүҙән баш тартты.
Юрий Романчук, Украинаның Милли телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары:
”Был хәл бик яман тәьҫир ҡалдырҙы. Уның дәүләт телерадиокомпанияһында, Украина баш ҡалаһында, ил демократия принциптарына таянып эш итергә ниәтләгәндә һәм Европа юлын һайлағанда булыуы аптырата.”
Телевидениеның туҡмалған түрәһе хәстәханаға һалынған. “Азатлыҡтыҡылар” үҙҙәре киноға төшөрөп алып, интернетҡа урынлаштырған видео ваҡиғаның бер өлөшөн генә тасуирлай.  Пантелеймоновтың коллегалары уны лифт эсендә лә, урамда ла туҡмауҙары хаҡында һөйләй. Украинаның Милли телерадиокомпанияһы директорының танауы һынған, яңағы сыҡҡан.




Комментариев нет:

Отправить комментарий