четверг, 20 марта 2014 г.

Виталий Чуркин: Ҡырым халҡы үҙҙәренең үҙбилдәләнешкә хоҡуғын тормошҡа ашырҙы.


 БМО Именлек Советында, Ҡырым Рәсәй составына ингәндән һуң, Украина көрсөгөнә бағышланған тәүге ултырыш булды. Унда Рәсәй Федерацияһының БМО-лағы даими вәкиле Виталия Чуркин сығыш яһаны. Айырым алғанда, ул былай тине:
“Кисә беҙҙең халыҡтарыбыҙ алты тиҫтә йыл көткән тарихи ваҡиға- Рәсәй менән Ҡырымдың берләшеүе булды. Ул  халыҡ-ара хоҡуҡтарға теүәл таянып, демократик процедуралар менән, ситтәрҙең ҡыҫылыуынан башҡа, Ҡырым халҡының ирекле референдум уҙғарыуы юлы менән, БМО Уставына һәм үҙбилдәләнешкә хоҡуҡ биреүгә нигеҙ булып торған күп һанлы  халыҡ-ара хоҡуҡи акттарға таянып атҡарылды.
НАТО генсегы Андерс Фог Расмуссен ваҡиғаларҙы башҡаса күрә. Вашингтондың Брукингс Институтында сығыш яһап, ул былай тип белдерҙе:
“Пистолет аҫтындағы референдумға таянып үткәрелгән Ҡырым аннексияһы законһыҙ, легитим түгел, ул мәсьәләне тыныс, сәйәси юл менән сисеүгә йүнәлтелгән тырышлыҡтарҙы ҡаҡшата.”
Кисә Украина Хәрби Һауа көстәре командующийы вице-адмирал Сергей Гайдук һәм офицерҙар төркөмө Севастополдәге флот штабы территорияһын ҡалдырып китте. Аҙаҡ унда эргәләге минингыла ҡатнашыусылар һәм үҙоборона көстәре инде. Улар флагштоктарға Рәсәй флагтарын беркетте.


Комментариев нет:

Отправить комментарий