четверг, 20 марта 2014 г.

Греция дәүләт хеҙмәткәрҙәре эш ташланы.


Греция дәүләт хеҙмәткәрҙәре күпләп эштән ебәреүҙәр һәм иҡтисадтың дәүләт секторын ликвидациялауға ҡаршылыҡ йөҙөнән 19 һәм 20 мартта забастовка уҙғара.

Уҙған йыл дәүләт учреждениеларының 11 меңдән ашыу хеҙмтәкәре эшһеҙ ҡалғайны, быйыл йәнә 12-15 мең кеше эштән ебәреләсәк.

Профсоюз активистары һәм һул фирҡәләр Афинаның Клатмонос.майҙанында күп халыҡ ҡатнашлығындағы митинг үткәрҙе.


“Беҙҙең хәлебеҙ мөшкөл. Беҙ эш таба алмайбыҙ. Бик ауыр был, беҙ йәш түгел бит инде, әммә ҡарт та түгел,”-ти акцияла ҡатнашыусы ҡатын.


Забастовка арҡаһында, илдең күп кенә ҡлаларында урындағы үҙидаралыҡ органдары, судтар. һалым инспекциялары, мәктәптәр, дарыуханалар эшләмәй. Дәүләт медицина учреждениеларында ҡаты ауырыған пациенттарҙы ғына ҡабул итәләр.

Комментариев нет:

Отправить комментарий