пятница, 21 марта 2014 г.

Герт Вилдерс голландтарға “әҙерәк мароккалылар” вәғәҙә итә.


Нидерландтарҙың үтә уң “Азатлыҡ фирҡәһе”лидеры Герт Вилдерс яңы ғауғалы белдереү менән сығыш яһаны. Һайлау алды митингыһында ул Голландияны мароккалыларҙан ҡотҡарырға вәғәҙә итте. Бындай риторика Вилдерсҡа элек тә хас ине, әммә һуңғы сығышынан һуң, полицияға сәйәсмәнде милләт-ара дошманлыҡ сәсеүе өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы талап итеп, йөҙләгән ғариза килде.
Герт Вильдерс, Азатлыҡ фирҡәһе лидеры:
“Мин һеҙҙән шуны һорайым: һеҙҙеңсә, ҡалағыҙҙа, илегеҙҙә мароккалылар күберәк булһынмы, әҙерәкме?”
Халыҡ төркөмө:”Әҙерәк!”
Вильдерс: “Улайһа мин һеҙгә быны вәғәҙә итәм!”
368 мең кешене берләштергән Голландия мароканндары ассоциацияһы эште судҡа алып барып еткерергә вәғәҙә итә. Әйтергә кәрәк, сығыштары менән Төньяҡ Африканан булыусылар ғауғасыл сәйәсмәндең белдереүенән ҡурҡмай.
Марокко кибете һатыусыһы һөйләй:
“Уның еңмәүе йәл дә булып ҡуя. Үҙ вәғәҙәһен нисегерәк үтәмәксе була икән ул?”
Фейсбукта, Герт Вилдесты хөкөмгә тарттырыуҙы талап итеп, ҡултамғалар йыйыу кампанияһы башланды. Бының өсөн махсус төҙөлгән төркөм  кесаҙна кисенә 48 мең кешенең хуплауына иреште, ә сығышы менән Марокканан булған йәштәр  паспорттарының фотоларын урынлаштыра.
Алдан һорашыуҙар буйынса, майҙағы Европарламент һайлауҙарында  “Азатлыҡ фирҡәһе” башҡа фирҡәләр араһында иң яҡшы һөҙөмтәгә ирешеүе ихтимал.



Комментариев нет:

Отправить комментарий