пятница, 21 марта 2014 г.

Лавров: БМО ғына беҙгә санкциялар һала ала.


Рәсәйҙең Дәүләт думаһы кесаҙна Ҡырым республикаһын берләштереү хаҡындағы закондар пакетын ҡабул итте. Бынан алда президент Путин һәм Ҡырымдың яңы етәкселәре ҡул ҡуйған дәүләт-ара килешеү, шулай уҡ Ҡырым Республикаһының һәм Севастополь ҡалаһының Рәсәй Федерацияһы составына инеүе тураһындағы федераль закон проекты тауышҡа ҡуйылды.

Депутаттар алдында сит ил эштәр министрлығы башлығы Сергей Лавров сығыш яһаны, ул Көнбайыштың санкцияларына Рәсәй яғының позицияһын да билдәләп үтте.

Сергей Лавров, Рәсәй Федерацияһының сит ил эштәр министры:

“Ике яҡлы санкциялар һис ҡасан яҡшыға алып килмәне. Улар легитим түгел.  Именлек Советы ғына сит ил дәүләтенә санкция һалырға мөмкин.”

Тауышҡа ҡуйылған ике документты ла фекер алышыуҙар барышында, аҙаҡ тауышҡа ҡуйғанда, Дәүләт Думаһының бөтә фракция лидерҙары ла яҡлап сыҡты. Бер генә депутат ҡаршы булып сыҡты.

Думаның сираттан тыш ултырышы Рәсәй дәүләт гимнын башҡарыу менән тамамланды.


Аҙна аҙағында Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы тураһындағы документтар Федерация Советында тауышҡа ҡуйыласаҡ һәм уларға президент үҙ ҡултамғаһын ҡуясаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий