пятница, 21 марта 2014 г.

БМО генсегы “Рәсәй Федерацияһы һәм Украина араһындағы яҡшы мөнәсәбәттәрҙе тергеҙергә”тырышасаҡ.


Кесаҙна Мәскәү Кремлендә Рәсәй президенты Владимр Путин БМО-ның генераль сәркәтибе Пан Ги Мун менән осрашты. Орашыу барышында Путин шул турала әйтеп үтте: Рәсәй донъя эштәрендә БМО-ның һәр саҡ үҙәктә тороуы яҡлы булды һәм Пан Ги Мундың планеталағы көрсөктәрҙе хәл итеүгә һалған тырышлығын юғары баһалай.

БМО генсегы үҙ сиратында, Украиналағы хәлдәр контролдән сыҡмаһын өсөн, провокацияларға юл ҡуймаҫҡа саҡырҙы:

Мин Украина хәрби базаларын баҫып алыуға борсолам. Тарихта бәләкәй генә ваҡиғаның да хәлдәрҙе ҡуйыртып ебәреүен һәм улар контролдән сығыуын беләбеҙ.”

Пан Ги Мун Рәсәй Федерацияһы һәм Украина араһындағы яҡшы мөнәсәбәттәрҙе тергеҙеүгә бөтә көсөн һаласағын белдерҙе. Йома генсек Киевҡа киләсәк.



Комментариев нет:

Отправить комментарий