понедельник, 24 марта 2014 г.

Мысыр: билдәле оппозиционерҙар иреккә сыҡты.


Мысырҙа, залог түләп, билдәле оппозиционерҙар Алаа Әбдел Фәттәх һәм Әхмәт Әбдел Рахман азат ителде. Уларҙың эше буйынса процесс әлегә тамамланмаһа ла,Ҡаһирәләге енәйәт суды шундай вердикт сығарҙы. Киләһе суд ултырышы апрель башына күсерелде. Бынан алда залогҡа 23 активист сығарылғайны.
Ғәйепләнеүселәр уҙған йылдың ноябрендә парламенттың юғары палатаһы бинаһы алдында тәртипһеҙлектәр башланыуға сәбәпсе булған, тип иҫәпләйҙәр. Ул саҡта активистар төркөмө, санкция алынмаған демонстрацияларға ҡаршы яңы законға асыуҙарын белдереп, манифестация ойошторғайны.
Тәртип һағында тороусылар, акцияла ҡатнашыусыларҙы ҡыуып таратыу өсөн, һыуатҡыстар һәм йәш ағыҙыусы газ ҡулланды. Ҡаһирәнең бер районы прокуратураһы билдәле активистарҙы ҡулға алыуға санкция бирҙе һәм бының менән халыҡтың асыуын ҡабартты.


Комментариев нет:

Отправить комментарий