понедельник, 24 марта 2014 г.

Эрдоган яҡлы әҙәм: “Twitter”ҙы ябыуҙарына мин шат.


“Төркиә Сүриә самолетын бәреп төшөргәс тә, Төркиә премьер-министры Рәжәп Тайип Эрдоган Стамбулда властарҙы яҡлап ойошторолған митингыға килде. Эрдоган самолеттың Төркиә һауа сиктәрен боҙоуы хаҡында әйтте һәм халыҡтан үҙ сәйәсәтен хуплауҙы һораны,”-ти “Евроньюс”хәбәрсеһе Бора Байрактар.

Урындағы власть органдары һайлауҙарына бер аҙна ҡалғас, йөҙҙәрсә мең кеше Төркиә хөкүмәте башлығын яҡлар өсөн килде. Уларҙың уйынса, Сүриә самолетын бәреп төшөрөп, Анкара дөрөҫ эшләгән.

Премьер яҡлыларҙы идара итеүсе “Ғәҙеллек һәм үҫеш” фирҡәһендәге коррупция ғауғаһы ла, әлеге власты тәнҡитләгән тоҫҡамаларҙы юйыуҙан баш тартҡан “Twitter” микроблогы серверҙарына бик ҡуйыу тураһындағы ҡарар ҙа аптыратмай.

“Twitter”ға бик ҡуйыуҙарына шатмын. Халҡыбыҙ һайлаған премьер-министрҙы бер кем дә хәҙер кәмһетә алмаясаҡ. Бөгөн беҙҙең халыҡ был ғәйепләүҙәргә яуап бирҙе. Бында бер миллион кеше йыйылды.

“Беҙ премьер-министрыбыҙҙы хуплайбыҙ. “Twitter” ғына түгел, “Facebook”, хатта бөтә интернетты ябып ҡуйһалар ҙа, беҙ премьер-министрыбыҙҙы яҡлаясаҡбыҙ”.

Төркиә властарының “Twitter”ға юлды ябыуын АҠШ һәм ҡайһы бер Евроберләшмә илдәре ғәйепләп сыҡты. Улар бындай аҙымды “һәр демократик дәүләттә булырға тейешле һүҙ азатлығын боҙоу,”тип атаны.




Комментариев нет:

Отправить комментарий