Малайзия премьер-министры
Австралиянан көньяҡ-көнбайышта Һинд океанында табылған самолет ҡалдыҡтары “Малайзия
авиалиниялары”ның юғалған лайнерыныҡы булыуын раҫланы. 7 мартта радарҙарҙа“Боинг”
билдәләнгән һуңғы нөктә Австралияның Перт ҡалаһынан көнсығышта урынлашҡан.
Бынан һуң, премьер белдереүенсә, “Боинг-777-200,”моғайын, океанға ҡолаған. “Иҫән
ҡалыусылар юҡ, беҙ туғандарына хәбәр иттек инде.”
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ:
юғалған лайнерҙа 239 кеше бар ине. 8 марттан алып уны бер нисә ил эҙләне.
Самолеттың төҙөк булмауы, уны ҡыуып алып китеүҙәре, пилоттарҙың үҙ-үҙенә ҡул
һалыуы кеүек төрлө версиялар ҡаралды. Малайзия властары иртәгә буласаҡ матбуғат
конференцияһында барыһын да ентекләберәк һөйләргә вәғәҙә итә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий