вторник, 25 марта 2014 г.

Мысыр: йөҙҙәрсә исламист үлем язаһына хөкөм ителде.


Мысыр. Әл-Минйә провинцияһы. Бронялы автомобилдәрҙә- ғәйепләнеүсе “Мосолман туғандар”хәрәкәте ағзалары.  Дүшәмбе урындағы суд 529 кешене үлем  язаһына хөкөм итте һәм 16 кешене аҡланы. Уларҙы полиция участогына һөжүм итеүҙә һәм офицерҙар төркөмөн үлтереүҙә ғәйепләйҙәр. Был хәл уҙған йылдың авгусында, исламистар һәм дини булмаған үҫеш яҡлыларҙың урамдарҙағы бәрелеше ваҡытында булғайны.

Али Мәхмүт, адвокат:
“Яҡлаусы яҡҡа процесҡа килергә рөхсәт итмәнеләр. Судья үлем хөкөмөн адвокаттарһыҙ сығарҙы. Хөкөмдөң икенсе өлөшө 28 апрелдә уҡыласаҡ. Был ғәҙел хөкөм түгел. Ғәҙел хөкөм юҡҡа сыҡты.”
“Был хөкөм эше түгел. Юстиция министрлығында юстиция хаҡында берәү ҙә иҫкә лә алмай, тип Мөрси дөрөҫ әйткән.”

Суд был эште ҡарауға һәм хөкөм сығарыуға ни бары бер көн сарыф итте.
Уҙған йыл аҙағында “Мосолман туғандар” Мысырҙа террористик ойошма тип танылды һәм уларҙың эшмәкәрлеге тыйылды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий