среда, 5 марта 2014 г.

ЕС сиген Африкала йөҙҙәрсә мигрант штурмланы.


Африка илдәренән 1600-ҙән ашыу легаль булмаған мигрант Марокко яғынан Сеута ярыманклавы сиге аша Испания территорияһына үтеп инергә маташты. Улар, сик буйындағы бейек кәртә буйына таралып, аша сығырға маташты. Испания һәм Марокко полицейскийҙары бергәләп уларҙы кире этеп сығара алды. Сеута сиген был ҡәҙәр кеше боҙорға маташҡаны юҡ ине әле.
Испанияның эске эштәр министры Хорхе Фернандес Диас:
“Иммиграция тулҡыны туҡтамай, меңәрләп-меңәрләп, ташҡын булып кешеләр Испанияға, тимәк Европа Союзына үтеп инергә ниәтләй.”
Испанияның Сеута һәм Мелилья ярыманклавтары- Африкалағы Евросоюз менән берҙән-бер ҡоро ер сиге. Көн һайын йөҙҙәрсә мигрант уның аша үтергә маташа.

6 февралдә бында фажиғә булды- сик боҙоусыларҙы туҡтатыу өсөн, полиция резина пулялар ҡулланды. Мигранттарҙың күбеһе, Испания территорияһына йөҙөп сығыу өсөн, һыуға һикерҙе. 15 кеше һыуға батты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий