среда, 5 марта 2014 г.

Украина иҡтисады үҙ сәйәсәтенән зыян күрә.


Украинаның иҡтисади хәле хөртәйә бара. Ил хөкүмәтенең яңы башлығы Арсений Яценюк ҡаҙнала аҡса булмауын таныны һәм хосуси милекте дәүләт милкенә әйләндереү иҫәбенә бюджетты тулыландырырға вәғәҙә бирҙе.
Рәсәй “Газпром”ы апрелдән Украинаға газға ташламаларҙы бөтөрөргә ҡарар итте, быны ул Киевтың газ өсөн түләмәүе менән аңлатты. Яуап итеп Арсений Яценюк былай тип белдерҙе:
“Беҙ кранды икенсе яҡҡа әйләндереп ҡарарбыҙ. Рәсәйҙең ике яҡлы Рәсәй-Украина килешеүен боҙорға хаҡы юҡ. Беҙ, бурысты ҡаплатыу өсөн, ресурстар табырбыҙ. Рәсәй газды Украинаға ҡаршы ҡорал итеп ҡуллана алмай.
Ике илдең иҡтисади мөнәсәбәттәрендә газ ҙур роль уйнай. Европаға тәғәйенләнгән газдың 60 проценты Украина аша үтә. Украина һатып алған газдың 60 проценты Рәсәйҙән килә. Киевтың газ өсөн Мәскәүгә миллиард евронан ашыу бурысы бар.
Украиналағы сәйәси тетрәнеүҙәр иҡтисади коллапс тыуҙырыуы ихтимал. Рәсәй вәғәҙә ителгән кредитты туҡтатты, Халыҡ-ара валюта фонды кредит биргән хәлдә лә, популяр булмаған реформалар үткәреүҙе талап итәсәк.
Һуңғы айҙарҙа Украина милли валютаһының курсы 10 процентҡа,  долларға ҡарата 12 гривнаға ҡәҙәр түбәнәйҙе.  2010 йылда 4 проценттан артып киткән иҡтисади үҫеш рецессия менән алмашынды. Дәүләт бурысы ВВП-ның 43 процентын тәшкил итә. Инвесторҙарҙың ышаныс кимәле буйынса Бөтә донъя банкы Украинаны 137-се (183-тән) урынға ҡуйҙы.
Сит ил инвесторҙарын Украиналағы тотороҡһоҙлоҡ ҡурҡыта.
 “Уҙған йомалағы сәйәси үҙгәрештәрҙән һуң, Евробондтарға хаҡтар 5 пунктҡа күтәрелде, киләһе дүшәмбе йәнә 5 пунктҡа, фонд баҙары индексы 20 процентҡа үҫте, илгә аҡса килә башланы, тик Ҡырымдан килгән хәбәрҙәр барыһын да кирегә борҙо,”-ти Dragon Capital инвестиция компанияһы генераль директоры.
Бәләкәй һәм уртаса ҙурлыҡтағы предприятиелар тотороҡлолоҡ булмауҙан һәм үҫә барған инфляциянан ыҙа сигә. “Улар хаҡтарҙы күтәрергә мәжбүр, ә һатып алыусылар былай ҙа кәмей,”-тип зарлана “Must Nave”тегеү компанияһын асыусыларының береһе:
“Әлбиттә, халыҡ кәйефтәре булмаған өсөн генә әҙерәк һатып алмай. Күптәр иртәгә нимә булаһын, хеҙмәт хаҡы ала алыуын, хәлдәрҙең нисек булаһын белмәй, шуға күрә аҡсаны һаҡсыл тотонорға тырыша.”

Украинаның яңы иҡтисад министры фекеренсә, тәүге нәүбәттә власть идаралығын тергеҙергә һәм урамдарҙа тәртип булдырырға кәрәк. Шунһыҙ иҡтисад тураһында һүҙ йөрөтөү ҙә мөмкин түгел.

Комментариев нет:

Отправить комментарий