вторник, 4 марта 2014 г.

Владимир Путин: “Украинала бер жуликтарҙы икенселәренә алмаштыралар.”


Рәсәй президенты Владимир Путин, Украина- Рәсәй мөнәсәбәттәре ҡырҡыулашҡандан һуң, тәүге тапҡыр журналистар менән осрашты.
Уларҙың һорауҙарына яуап биреп ул былай тип белдерҙе: “Украинала конституцион түңкәрелеш булды һәм власть ҡораллы юл менән баҫып алынды.”
Рәсәй президенты Виктор Януковичты Украинаның легитим президенты, тип иҫәпләй. “Украина халҡы үҙгәрештәр теләне, әммә законһыҙ, конституцияға тап килмәгән эшмәкәрлекте яҡларға ярамай,”-тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Путин, уның һүҙҙәре буйынса, “Украинала бер жуликтарҙы һәм йүнһеҙҙәрҙе икенселәренә алмаштыралар.”

Украинаға ғәскәр индереү мәсьәләһенә килгәндә, президент бындай мөмкинлектең булыуы, тик әлегә ундай ихтыяж тыумауы хаҡында белдерҙе:  “Украинала Рәсәй ҡораллы көстәре законлы нигеҙҙә, аҙаҡҡы сиктә генә файҙаланыласаҡ.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий