вторник, 4 марта 2014 г.

Cергей Лавров: “Һүҙ граждандарыбыҙҙы яҡлау хаҡында бара.”


Рәсәй президенты Владимир Путин һәм оборона министрлығы башлығы Сергей Шойгу дүшәмбе көн Ленинград өлкәһендәге Рәсәй ғәскәрҙәре хәрби уйындарының финал этабын  ҡараны. Хәрби уйындар- Көнбайыш һәм Үҙәк хәрби округ ғәскәрендәге тикшереүҙәрҙең айырылғыһыҙ өлөшө. Оборона министры илдең көнбайышында һәм үҙәгендә ғәскәрҙәрҙең хәрби әҙерлеген ҡапыл тикшерә башлау Украиналағы хәлдәргә бәйләнмәгәнлеге хаҡында әйтте.
Үҙ сиратында Женевала БМО Советының кеше хоҡуҡтары буйынса осрашыуында Рәсәй сит ил эштәр министры Сергей Лавров Украиналағы хәлдәрҙең хоҡуҡи ҡиммәттәргә ҡайтырға һәм 21 февраль килешеүе үтәлергә тейешлеге хаҡында белдерҙе:
“Һүҙ граждандарыбыҙҙы һәм ватандаштарыбыҙҙы яҡлау тураһында бара. Кешенең төп хоҡуғы- йәшәүгә хоҡуғы тураһында бара. Хәлдәрҙе ниндәйҙер агрессия тип баһалаусылар, беҙгә төрлө санкциялар һәм бойкоттар менән янаусылар-  үҙҙәренә яҡын булған сәйәси көстәрҙе ультиматумға, диалогтан баш тартырға өндәүсе, көньяҡ һәм көнсығыштың борсолоуҙарын һанға һуҡмаусы һәм һөҙөмтәлә Украинаны полярлаштырыуға этәреүсе беҙҙең шул уҡ партнерҙарыбыҙ,-”тине ул.
Рәсәй министрының БМО генераль сәркәтибе Пан Ги Мун менән осрашыуында Украиналағы хәлдәр төп иғтибар үҙәгендә булды. Ике яҡ та көсөргәнешлелекте кәметеүҙә “конструктив һәм әһәмиәтле диалог”тың мөһимлеген билдәләп үтте.


Комментариев нет:

Отправить комментарий