четверг, 27 марта 2014 г.

Германия ЕС илдәренән “ярлылар миграцияһын” сикләйәсәк.


Берлин Германияла эш таба алмайынса социаль пособиеға йәшәгән ЕС мигранттарына ҡаршы саралар күрергә әҙерләнә.
Хөкүмәт комиссияһы докладында, “ярлылар миграцияһын” сикләү өсөн, сит ил кешеләренә социаль пособиеларға эйә булыуҙы ҡатмарлаштырырға һәм йәшәргә ҡалыу срогын сикләргә тәҡдим ителә.
Томас де Мезьер, ГФР эске эштәр министры:
“Өлөшләтә Болгария, Румыниянан мигранттар күбәйеү менән бәйле социаль проблемаларҙы хәл итергә мөмкин. Ҡайһы бер региондарҙағы цифрҙар хәүеф тыуҙырһа ла, милли кимәлдә уны хәл итеп була. Хәлдәр хөртәймәҫ борон, беҙгә бер ҡарарға килергә кәрәк.”
ГФР властарының төп бурысы- енәйәттәргә сик ҡуйыу. Берлин шуға хәүефләнә: ЕС сиктәрендә иркен күсеп йөрөү мөмкинлеге арҡаһында, ил территорияһында Румыния һәм Болгар граждандары күбәйеп китеүе ихтимал.
Германияла эш эҙләү ваҡытын 3-6 ай менән сикләүҙәре лә мөмкин. Доклад июндә тулыһынса әҙер буласаҡ.




Комментариев нет:

Отправить комментарий