пятница, 28 марта 2014 г.

Рәсәй- НАТО: көсөргәнешлелек арта.


 Украина Мәскәү Ҡырымды кире ҡайтарыу менән генә сикләнмәҫ, тип хәүефләнгәндә, НАТО, Киевты яҡлап, тешен ыржайтырға булды. Украина менән Рәсәй сигендә хәлдәр көсөргәнешле ҡала. Украина сик һаҡсылары раҫлауынса, унда рус ғәскәрҙәре туплана.
Кисә АҠШ президенты Брюсселдә булды, унда ул, хәрби ҡыҫылыштан һаҡланып, НАТО ағзаларын берҙәм булырға саҡырҙы:
”Беҙ һәр ваҡыт үҙебеҙҙең изге бурысыбыҙға тоғро ҡаласаҡбыҙ. 5 статьяла суверенитетты һәм союздаш илдәрҙең территориаль бөтөнлөгөн яҡлау бурысы хаҡында әйтелә. Бында беҙ икеләнеп тормаясаҡбыҙ. НАТО илдәре яңғыҙ ҡалмаясаҡ. Бөгөн НАТО самолеттары Балтик илдәре күгендә патруллек итә һәм беҙ Польшала хәрби көстәребеҙҙе арттырҙыҡ. Күберәкте лә эшләй алабыҙ.”
 Март уртаһынан Төньяҡ  Атлантик альянс даими рәүештә Рәсәй сик буйҙары буйлап, НАТО илдәре һауа киңлектәренән сыҡмайынса, патруль яһай. Улар разведка алып бара, бер юлы Мәскәүгә үҙ көстәрен күрһәтә.
Рәсәй-НАТО мөнәсәбәттәрендәге көсөргәнешлелекте аңлау өсөн, “һалҡын һуғыш” тамамланған 90-сы йылдарға ҡайтырға кәрәк. Ул саҡта, Германияның берләшеүенә ризалашып, Рәсәй яуап итеп НАТО-ның көнсығышҡа киңәймәүенә телдән генә ышандырыуына ризалашҡайны. Шуға ҡарамаҫтан, 1999 йылда НАТО үҙ сафтарына элек Варшава килешеүенә ингән илдәрҙе: Польшаны, Чехияны һәм Венгрияны  алды.
10 йыл элек, Болгария, Румыния, Словакия һәм өс Балтик республикаһын үҙ сафына алып,  альянс Рәсәй сиктәренә яҡын уҡ килде. 2009 йылда блокка Албания менән Хорватия ҡушылды.
Хәҙер НАТО-ның союздаштары Мәскәү рус телле райондарҙы, мәҫәлән, Приднестровье, Көньяҡ Осетия, Абхазияны ла ҡушыр, тип хәүефләнә.
”Одесса һәм Приднестровье беҙҙе борсоуға һала.  Бында проблемалар тыуыу ҡурҡынысы бар. Беҙ ниәттәрҙе белмәйбеҙ. Беҙҙең алдыбыҙҙа улар Ҡырымға килгән саҡтағы риторика”,-ти Европалағы НАТО көстәре баш командующийы генерал Филипп Бридлав.
Владимир Путиндың Косоволағы ваҡиғаларҙы миҫал итеп килтереүен күҙ уңында тотоп,  Көнбайыш сәйәсмәндәре  Ҡырым һәм башҡа региондарҙың үҙбилдәләнешкә хоҡуғына шикләнә алмай. 2008 йылда Көнбайыш ярҙамы менән Косово үҙен Сербиянан бойондороҡһоҙ, тип иғлан иткәйне. Шул саҡта уҡ Рәсәй президенты был ҡарарҙы “кире әйләнеп ҡайтасаҡ бумеранг,” тип атағайны.
НАТО, альянсҡта торған илгә һөжүм яһалһа  ғына, ҡорал ҡуллана ала.  Ә Рәсәйҙең бындай аҙымға барыуы икеле, тик Балтик илдәре бындай  перспективаларҙан хәүефләнә.



Комментариев нет:

Отправить комментарий