пятница, 28 марта 2014 г.

Обаманың Римға визиты: ғәләмәт ҙур Колизей, Ватикан һәм ҡаршылыҡ акциялары.


Колизейға Боронғо Римда бирелгән атаманың дөрөҫлөгөнә Америка президенты үҙ күҙҙәре менән ышанды.  Обама әйтеүенсә, әһәмиәтле һәм һоҡланғыс Колизей”-  “әлеге теләһә ниндәй бейсбол стадионынан да ҙурыраҡ.”  Ҙур ҡунаҡҡа тарихи урындар буйлап персональ экскурсияны Колизей директоры үҙе ойошторҙо.
Италияның яңы премьеры менән осрашыуҙан һуң, Обама 39 йәшлек Маттео Ренциҙың “энергияһына һәм сәйәси күреү” һәләтенә һоҡланыуын белдерҙе. Америка лидеры итальян хөкүмәте башлығының амбициоз реформалар планын хупланы, әммә НАТО сиктәрендәге дөйөм Европа йөкләмәләрен дә онотмаҫҡа саҡырҙы. Ике сәйәсмән, Украинаны ла индереп, мөһим тышҡы сәйәсәт мәсьәләләре хаҡында ла һөйләште, Рәсәйгә ҡарата мөмкин булған санкциялар тураһында ла һүҙ булды.
Барак Обаманың Рим папаһы Франциск менән осрашыуы бер сәғәткә яҡын дауам итте. Америка президенты понтификты Аҡ йортҡа саҡырҙы. Ватиканға визиттан һуң, ул рим-католик сиркәүе башлығының донъя хәлдәре менән ҡыҙыҡһынып тороуын, социаль характерҙағы мәсьәләләргә борсолоуын белдерҙе.

Римда Америка лидерының визиты бөтәһенә лә оҡшап етмәне. Уның килеүенә ҡаршылыҡ акциялары әҙерләнеләр. Уларҙың береһен Чикагонан рухани ойошторғайны, ул Мексиканан килгән меңдәрсә легаль булмаған иммигрантҡа ярҙам итергә саҡырҙы. Икенсе сағыуыраҡ акция АҠШ-тың Европа граждандары телефондарын тыңлау менән бәйле ғауға уртаһында ҡалыуын иҫкә төшөрҙө.

Комментариев нет:

Отправить комментарий