суббота, 29 марта 2014 г.

Францияла урындарҙа һайлауҙар үтә: Ле Пен еңеүгә әҙерләнә.


Йома көн Франциялағы муниципаль һайлауҙарҙың икенсе туры алдынан агитация тамамланды. Тәүге турҙың төп триумфаторы- Үтә уң милли фронт. Ле Пен фирҡәһенең кандидаттары 10 меңдән ашыу халҡы булған 17 ҡалала алға сыҡты. Икенсе турҙа Ле Пен үҙ фирҡәһендәгеләрҙең кәм тигәндә 15 коммунала еңеп сығыуын көтә.
Париж мэры посы өсөн ике ҡатын көрәшә- уң үҙәк “Халыҡ хәрәкәте өсөн союз” фирҡәһенән Натали Косюшко-Моризе һәм социалист Анн Идальго. Саркози фирҡәһе вәкиле тәүге турҙа тауыштарҙы бер процент тирәһе күберәк йыйһа ла, социологтар һулдар кандидаты еңер, тип көтә.
Фредерик Даби, IFOP социологик хеҙмәтенең директор ярҙамсыһы:
“Әгәр һулдар етди еңелеүгә дусар булһа, әгәр улар Тулуза, Страсбург, хатта Париж кеүек әһәмиәтле ҡалаларҙы юғалтһа, Франсуа Олландтың ҡулы бәйләнәсәк. Ул саҡта премьер-министрҙың алмашыныуы ла ихтимал.”
Социологтар әйтеүенсә,  һулдар “еңелмәҫ ҡәлғәләре”итеп һанаған Метц, Сент-Этьен, Реймс, Кан, Ангулем, Шамбери кеүек ҙур ҡалаларҙы ла юғалтыуы мөмкин.
Ә социалистар үҙҙәре иһә аҙна элек тәүге турҙа уңдарҙан алған туҡмаҡҡа лайыҡлы яуап ҡайтара алыуҙарына ышана.



Комментариев нет:

Отправить комментарий