суббота, 8 марта 2014 г.

Украиндар, Путин менән һөйләшкәндән һуң, Паралимпиадала ҡатнашырға булды.


Владимир Путин Сочиҙағы Паралимпия уйындарын асыу тантанаһында булды. Ул Ҡара диңгеҙ буйындағы курорт ҡалаһында 7 мартта асылды һәм бер аҙна дауам итәсәк.
Рәсәй президенты, көнбайыш сәйәсмәндәренең, Мәскәүҙең Украина көрсөгөнә ҡыҫылыуы сәбәпле, уйындарҙы өҙөргә маташыуын "цинизм", тип атаны.
Паралимпиадала был илдән ҡатнашыусылар, Путин менән һөйләшкәндән һуң, уйындарҙа ҡатнашырға ҡарар итте. Әгәр Рәсәй уларҙың ватанында һуғыш хәрәкәттәрен башлаһа, улар Сочиҙан китәсәк.
Көнбайыш илдәренең күпселек рәсми делегациялары Кремлдең Украинаға ҡарата сәйәсәтенә ҡаршылыҡ йөҙөнән уйындарҙы асыу тантанаһында ҡатнашыуҙан баш тартты. Әйтергә кәрәк, ҡайһы бер илдәрҙең лидерҙары, айырым алғанда Польша премьеры Дональд Туск, Паралимпиадаға бойкот иғлан итеүҙең эффектив булмаясағы һәм Ҡырымдағы хәлдәргә бер нисек тә йоғонто яһамаясағы хаҡында белдерҙе.


Комментариев нет:

Отправить комментарий