суббота, 8 марта 2014 г.

Төркиәнең элекке генштаб начальнигы иреккә сыға.


Ғүмерлеккә төрмәгә ултыртылған Төркиә генералы Илькер Башбуг иреккә сыға. Стамбулдың ауыр енәйәттәр буйынса суды йома көн уны азат итергә ҡарар итте. Төркиәнең элекке  генштаб начальнигын дәүләт түңкәрелеше ойошторорға маташыуы өсөн хөкөм иткәйнеләр. Уның менән бергә бер нисә йөҙ кеше хөкөм аҫтында булды, улар араһында хәрбиҙәрҙән тыш журналистар, адвокаттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә бар ине.


Йыл башында премьер Тайип Эрдоган хөкөм ҡарарын ҡайтанан ҡарау мөмкинлеге барлығын белдергәйне, шунан һуң генералдың адвокаттарының апелляцияһы ҡәнәғәтләндерелде, әммә ил территорияһын Башбуг ҡалдырып китә алмай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий