четверг, 6 марта 2014 г.

Европа реформа үткәреү шарты менән Украинаға ярҙам итәсәк.


Брюсселдә Еврокомиссия рәйесе Жозе Мануэл Баррозу Евросоюздың 6 йыл эсендә Украинаға 11 миллиард евро бүләсәге хаҡында белдерҙе. Шуның 610 миллионын Еврокомиссия яҡын аҙналарҙа уҡ биреүе ихтимал.
Баррозу һүҙҙәре буйынса, Европала оҙаҡ йылдар эсендә тәүге тапҡыр тыныслыҡҡа хәүеф янай, ул партнерҙарын ярҙам итергә саҡырҙы:
“Беҙ үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ, әммә башҡалар ҙа шуны эшләһә, хуплаясаҡбыҙ ғына- минеңсә, был беҙҙең дөйөм мәнфәғәттәребеҙгә тап килә. Беҙ тигәндә мин Европаны ғына күҙ уңында тотмайым. Уйлауымса, Европа тәүге нәүбәттә Украинала тотороҡлолоҡ һәм тыныслыҡ булдырыу яғында.”
Әммә ЕС институттарының финанс ярҙамын Украина Халыҡ-ара валюта фонды менән килешеү төҙөгәс кенә аласаҡ. Хөкүмәттең яңы башлығы Арсений Яценюк бөтә шарттарҙы ла үтәргә һүҙ бирҙе, әммә реформалар, үҙе таныуынса, бик еңел үтмәйәсәк. Еврокомиссия быны хуплай:
Баррозу: “Был аҡсаларҙы Украинаға биреү мөһим, ул бит реформалар үткәрергә йөкләмә ала, был хөкүмәт ниәттәренең етдилеген, финанс ярҙамын мөмкин ҡәҙәр яҡшыраҡ ҡулланырға әҙерлеген күрһәтеп тора. Халыҡ-ара валюта фонды менән Украина килешеү төҙөр, тип өмөтләнәм.”
Уҙған аҙнала Яценюк Украинаның финанс ихтыяждарын 35 миллиард доллар менән баһаланы. Халыҡ-ара агенстволар иҫәбе буйынса, ил дефолт алдында тора.


Комментариев нет:

Отправить комментарий