четверг, 6 марта 2014 г.

Ҡытай хәрби бюджетын арттыра.



Ҡытай йәнә хәрби бюджетын арттырырға ҡарар итте. Был турала Пекинда йыл һайын уҙғарылып торған Бөтә Ҡытай халыҡ вәкилдәре йыйылышы сессияһында иғлан ителде. Пекин менән күп һанлы территорияаль бәхәстәре булған Азиялағы күршеләрен был, әлбиттә, борсой. 2014 йылда 96 миллиард евроға барып баҫасаҡ Ҡытай хәрби бюджеты АҠШ оборона бюджетынан ҡала икенсе урында.
Пекин, халыҡ-ара сәйәси сәхнәлә үҙ ғәйрәтен көсәйтеп, даими рәүештә хәрби сығымдарын арттыра бара- 2013 йылда 11,2 процентҡа, 2013 йылда- 10,7, ә быйыл- 12,2 процентҡа.
Ҡытай хөкүмәте был юлы 2014 йылда эске именлекте тәьмин итеүгә йүнәлтелгән сығымдарҙың суммаһын атаманы, һуңғы өс йылда ул хәрби сығымдарҙы ла үтеп киткәйне.
Уҙған йыл эске именлекте тәьмин итеүгә тәғәйенләнгән сығымдар, быларға  диссиденттар, журналистар, интернет артынан күҙәтеүҙәр ҙә инә,  8,7 процентҡа арттырылғайны.
Ҡытай хөкүмәте хәрби бюджетты үҫтереүҙең кәрәклеген илдең иҡтисади һәм сәйәси өлкәләрҙәге халыҡ-ара статусына ярашлы армия булдырыу ихтыяжы менән аңлата.
“Мин, күп таҡырҙар әйткәнемсә, шуны һыҙыҡ өҫтөнә алырға тейеш: Ҡытай ҙур ил. Уға ҡатмарлы проблемаларҙы хәл итергә тура килә. Ҡытайҙың оборона бюджеты илдең иҡтисади үҫеше артынан бара. Ҙур булмаған, үтә лә кәрәкле был үҫешкә ул ҡәҙәр иғтибар бүлеү кәрәкмәҫ,”- тине Ҡытайҙың сит ил эштәре министрлығы вәкиле Цинь Ган.
 Әммә Ҡытайҙың күршеләре хәүефен йәшермәй. Территориялар буйынса бәхәстәр Пекиндың Япония, Филиппин, Вьетнам, Малайзия, Бруней һәм Тайвань менән мөнәсәбәттәренә көсөргәнешлелек индерә.
 Пекин һәм Токио мөнәсәбәттәре 2012 йылда, Япония үҙенеке тип иҫәпләгән Көнсығыш Ҡытай диңгеҙендәге кеше йәшәмәгән утрауҙар архипелагы сверенитеты хаҡындағы бәхәстәр менән бәйле хөртәйеп китте.
”Беҙ халыҡ-ара йәмәғәтселек һәм күрше илдәр менән Ҡытай хәрби сәйәсәте асыҡлығын иғтибар менән күҙәтә барырға ниәтләйбеҙ,”- ти  Япония хөкүмәтенең генераль сәркәтибе Ёсихидэ Суги.
2012 йылда сафҡа ингән Ҡытайҙың тәүге авианосецы- Пекиндың хәрби амбицияларының символы. Рәсми сығанаҡтар буйынса, икенсе авианосец та төҙөлөп ята.



Комментариев нет:

Отправка комментария