воскресенье, 30 марта 2014 г.

Хиджаб кейгән боевиктар афған һайлау комиссияһына һөжүм яһаған.


Ҡабул үҙәгендә Бойондороҡһоҙ һайлау комиссияһына яңы һөжүм ойошторолған.
Полицейскийҙарҙың һүҙҙәре буйынса, “Талибан”дың 4 боевигы битте ҡаплап торған ҡатын-ҡыҙ кейемендә тотҡарлыҡһыҙ контроль-үткәреү пунктын үткән.
Улар гранатометтарҙан комиссия бинаһын утҡа тотҡан һәм эскә үтеп инергә маташҡан. Һаҡсылар һөжүмде кире ҡаҡҡан һәм боевиктар сигенергә мәжбүр булған. Улар һайлау комиссияһы бинаһы янындағы бинаны баҫып алған.
“Үлемгә дусар ителгән 4 әҙәм йортома инде. Һаҡсыларым өсәү ине- икәүһе тышта, береһе эстә, әммә улар менән нимә булғанын мин белмәйем. Һөжүм итеүселәр хиджаб кейгәйне,”-тип һөйләй бер ир.
Биш сәғәт барған атыштан һуң, көс структуралары хеҙмәткәрҙәре террористарҙы юҡ иткән. Властарҙың мәғлүмәттәре буйынса, граждандар араһында зыян күреүселәр юҡ.
Афғанстанда президент һайлауҙары алдынан ойошторолған тәүге генә теракт түгел был, илдә һайлауҙар бер аҙнанан үтәсәк. “Талибан” хәрәкәте уны өҙөргә ниәтләй.
Йома көн террористар Ҡабул үҙәгендәге сит ил кешеләре өсөн тәғәйенләнгән ҙур булмаған ҡунаҡхананы баҫып алды. Боевиктарҙы юҡ иттеләр, ләкин бер афған ҡыҙы һөжүм ҡорбаны булды.


Комментариев нет:

Отправить комментарий