понедельник, 31 марта 2014 г.

КХДР яңы ядро һынауҙары үткәрергә әҙер.


Төньяҡ Корея яңы ядро һынауҙары үткәреүе ихтимал—был турала илдең Үҙәк телеграф агенствоһы хәбәр итте. Әйтеүҙәренсә, “яңы төр һынауҙар” буласаҡ, әммә нимә күҙ уңында тотолоуы билдәһеҙ. Бындай белдереү аҙна эсендә тотош ракеталар серияһын осорған Кореяны Көнбайыш ҡаты тәнҡит утына тотҡанда эшләнде.
Белдереүҙә хәбәр ителеүенсә, донъяла әле КХДР сигендә үткәрелгән АҠШ һәм Көньяҡ Корея хәрби уйындары Төньяҡ Корея ракета ғәскәрҙәре уйындары һымаҡ иғтибар үҙәгендә түгел.
2006 йылдан алып КХДР өс тапҡыр ядро һынауы үткәрҙе. Яңыһына әҙерлек, сит ил сығанаҡтары мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йылда уҡ башланған.
БМО Именлек Советының резолюциялары Пхеньянға ракета һәм ядро технологияларын эшләп сығарыуҙы тыя.


Комментариев нет:

Отправить комментарий