понедельник, 31 марта 2014 г.

Украина: Лавров һәм Керри йышыраҡ осрашырға килеште.


Парижда Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров һәм АҠШ дәүләт сәркәтибе Джон Керриҙың кисектергеһеҙ кәңәшмәһендә Украиналағы хәлдәрҙе яйға һалыу эшендә һиҙелерлек алға китеш булманы. Шулай ҙа Лавров һәм Керри йышыраҡ осрашып торорға килеште. 

Осрашыу һөҙөмтәләре буйынса улар айырым матбуғат конференцияһында сығыш яһаны. Париждағы АҠШ илсеһе резиденцияһындағы телмәрендә Джон Керри Вашингтондың Украина яғы өсөн ҡарар ҡабул итергә йыйынмауы, ләкин “һөйләшеүҙәр өсөн климат тыуҙырырға”әҙер булыуын белдерҙе. Керри йәнә былай тине: “Ил сигенә тупланған Рәсәй ғәскәрҙәрен алыу- был өлкәлә хәлдәрҙе яйға һалыуҙың төп шарты. Бөгөн министр Лавров менән осрашыуҙа мин ил сигендә был көстәрҙең булыуына етди борсолоуымды белдерҙем. Улар ҡурҡыу һәм ҡурҡытыу атмосфераһын тыуҙыра.”

Рәсәй Федерацияһы сит ил эштәре башлығы Сергей Лавров Рәсәй илсеһе резиденцияһында сығыш яһаны. Ул осрашыуҙың конструктив булыуын һәм яҡтарҙың, Украина көрсөгөн яйға һалыу өсөн, үҙ-ара бәйләнештә булырға килешеүен белдерҙе. Лавровтың һүҙҙәре буйынса, Рәсәй ҙә, АҠШ та Украинаға үҙ пландарын көсләп таға алмай.


Комментариев нет:

Отправить комментарий