понедельник, 31 марта 2014 г.

Сүриәләге әсирлектән ҡотолған испандар өйҙәренә ҡайта.


Сүриәләге әсирлектән ҡотолған испан журналистары яҡын арала уҡ өйҙәренә ҡайтасаҡ.
«Мундо» гәзите хәбәрсеһе Хавьер Эспиноса һәм фотограф Рикардо Гарсия Виланова радикаль “Ирак һәм Леванта ислам дәүләте” төркөмөндә ярты йыл аманат булып торҙо.
Иреккә ебәреү шарттары хаҡында хәбәр ителмәй. Нисек кенә булмаһын, испандарҙы төрөк хәрбиҙәренә тапшырғандар һәм улар туғандары һәм коллегалары менән хәбәрләшеп тә өлгөргән.
“Хавьер үҙен ғәҙәттәгесә тыныс тотто. Ә беҙҙең ҡайһы берҙәребеҙ иланы, ҡайһы берҙәребеҙ сәпәкәй итте,-”тип һөйләй ”Мундо” гәзитенең баш редакторы урынбаҫары.
Боевиктар журналистарҙы уҙған йылдың сентябрендә Төркиә сигендә урланы һәм уларҙы шпионлыҡ итеүҙә ғәйепләне.
Касимиро Гарсиа-Абадильо, “Мундо”ның баш редакторы:
“Улар коллегаларыбыҙҙың иҫән икәнлектәрен иҫбатланы. Ошо мәлдән башлап, Хавьер һәм Рикардоның журналистар булыуын, үҙ эштәрен эшләүен һәм бер ниндәй ҙә шпион булмауҙарын аңлатып, һөйләшеүҙәр башланды.”

Март башында Сүриәлә урланған йәнә бер испан журналисы азат ителде.
4 француз журналисы әле булһа боевиктарҙа аманатлыҡта.

Комментариев нет:

Отправить комментарий