БМО-ның Гаагалағы
Халыҡ-ара суды Японияны Антарктикала кит аулауҙан тыйҙы. Дүшәмбе ҡабул ителгән
ҡарар ҡәтғи, суд ҡарарына ялыу бирелмәйәсәк. Рәсми Токио ҡәнәғәт түгел,
әлбиттә, әммә буйһонорға мәжбүр.
Дәғүәне 2010 йылда
Австралия белдергәйне. Австралия властарының фекере буйынса, япондар коммерция
маҡсатында кит аулауҙы тыйыусы Халыҡ-ара кит һунарын регулирлау хаҡындағы конвенцияны
боҙа. Токио белдергән программаның фәнни-тикшеренеү эштәренә йүнәлтелеүе
тураһындағы аргументтары судты ышандырманы.
“Япония киттарҙы артабан да үлтерерме- мин быны белмәйем. Бәлки, улар яңы
“фәнни-тикшеренеү” алымдарын уйлап табыр, ләкин хәҙер улар быны эшләй алмаясаҡ,”-ти
Sea Shepherd экология ойошмаһы етәксеһе Герт Вонс.
Коммерция маҡсатында
кит аулау 1986 йылда тыйылғайны, тик Япония, Исландия һәм Дания 2010 йылда
мораторийҙы юҡҡа сығара алды. Белгестәрҙең мәғлүмәттәре буйынса, 2005 йылдан алып
Японияның киттарҙы тикшеренеү программаһы сиктәрендә Антарктикала кәм тигәндә 3 500
кит үлтерелгән.
Комментариев нет:
Отправить комментарий