вторник, 1 апреля 2014 г.

Мануэль Вальс- француз хөкүмәте “тореадоры”.


Иң төп һулдарҙың береһе- Францияла яңы премьер-министр Мануль Вальсты йыш ҡына шулай атайҙар. Эске эштәр министрлығының элекке башлығы француз хөкүмәтендә һәр ваҡыт айырылып торҙо, фекерҙәре фирҡәләштәренеке менән тап килмәгән осраҡтары ла байтаҡ булды, был иһә уға, бөтә кабинет мәрәйҙәрен юғалтҡанда ла, юғары рейтингын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирҙе.
Сиғандарҙы депортациялау мәсьәләһендә ҡаты тороуы өсөн, француз журналистары Мануэль Вальсты гел Николя Саркози менән сағыштырҙы. Үҙенең һүҙҙәре буйынса, сиғандар йәмғиәттә үҙләшеп китә алмай, эшләмәй, шуға күрә байтағын “ҡайтарып ебәрергә кәрәк.” Тура һорауға ул һәр ваҡыт тура яуап бирә. Ғорур, тәүәккәл, үҙ көсөнә һәр саҡ ышанған был кешегә француздар өмөт бағлай. Лионда йәшәүсе ҡатын һөйләй:
”Ул ышаныслы, асыҡ кеше күренә. Һөйләгәндәренә ышана. Миңә ҡалһа, ул Францияла ғәҙеллек күберәк булыуын теләй. Ә хәҙер беҙгә был бик кәрәк. Ул ысын ҡиммәттәрҙе кәүҙәләндерә кеүек, ғөмүмән, өмөт бар.”

Мануэль Вальсҡа 51 йәш. Ул Испанияла тыуған, ғәйрәтле булыуы өсөн, Францияла уны “тореадор”тип атайҙар. 20 йәшендә француз гражданлығын алған. 17 йәшендә Социалистар фирҡәһенә ингән. Эске эштәр министры посын алырҙан алда Париж яныдағы Эври ҡасабаһы мэры булған. Вальс сәйәси амбицияларын һис ҡасан йәшермәгән. Ҡайһы бер аналитиктар хатта уны киләсәктә Республика президенты итеп күрә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий