вторник, 1 апреля 2014 г.

БМО эксперттары: глобаль йылылыҡ аслыҡ менән янай.


Ер климаты етди үҙгәрештәргә дусар булды, әммә глобаль йылыныуҙың төп эҙемтәләре алда күренәсәк. БМО климаттың үҙгәреүенә бағышланған Хөкүмәт-ара эксперттар төркөмөнөң докладын баҫтырҙы. Документта океандар кимәленең күтәрелеүе, һыуҙарҙың кислоталылығы артыуы, ҡайһы бер хайуандарҙың полюстарға миграцияһы кеүек инде тормошҡа ашҡан күренештәр һүрәтләнә.
Крис Филд, БМО-ның климаттың үҙгәреүе буйынса Хөкүмәт-ара төркөм эксперты:

“Доктор Жерро һәм доктор Пачаури һөйләгән докладтың төп һығымталарына килһәк, уның асылы шунда: климаттың үҙгәреүе киләсәккә бәйле ғилми фараз булған осорҙа йәшәмәйбеҙ. Беҙ климат үҙгәргән, уның эҙемтәләре һәр урында асыҡ күренгән мәлдә йәшәйбеҙ. Беҙ быны көньяҡта ла, төньяҡта ла, үҙәндәрҙә лә, тауҙарҙа ла күрәбеҙ. Үҙгәреш кисергән донъяла йәшәүебеҙгә шик юҡ.”


БМО экперттары фекеренсә, әгәр ашығыс саралар күрелмәһә, глобаль йылылыҡ донъяның аҙыҡ-түлек именлегенә хәүеф тыуҙырасаҡ, ә яңы шарттарға яраҡлашыуға киткән сығымдар( был йылына 100 миллиард доллар) бик үк үҫешмәгән илдәрҙең иҡтисадын һәләкәткә этәрәсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий