вторник, 1 апреля 2014 г.

Угандала “гейҙарға ҡаршы закон”өсөн президентҡа рәхмәт белдерҙеләр.


Угандала президенттың гомосексуалистарға ҡаршы ҡаты законға ҡул ҡуйыуына рәхмәт йөҙөнән күмәк халыҡ ғибәҙәт ҡылды. Илдең баш ҡалаһы Кампала аренаһында меңдәрсә кеше йыйылды, аҙаҡ улар марш менән ҡала урамдарынан үтте.

Президент Йовери Мусовени февралдә ҡул ҡуйған яңы законда бер енеслеләрҙең енси мөнәсәбәте өсөн төрмә ҡаралған, бәлиғ булмағандар менән мөнәсәбәттәр кеүек ғәйепте ҡатмарландырыусы хәлдәр булһа, ғүмерлеккә төрмәгә ултыртыуҙары ла ихтимал.

Комментариев нет:

Отправить комментарий