среда, 2 апреля 2014 г.

”Днепр” уйынсыһы “Динамо” футболсыһы Олег Гусевты үлемдән алып ҡалды.


 Киев “Динамо”һы һәм “Днепр” араһындағы Украина беренселегенә матч барышында булған фажиғәле ваҡиға уҙған ял көндәрендә Youtube хитына әүерелде. “Динамо”ның ярымһаҡсыһы Олег Гусевҡа ҡаршы команда голкиперы Денис Бойко тубығы менән бәрелә һәм тегеһе иҫтән яҙып йығыла.
 “Днепра” һаҡсыһы грузин Джаба Канкава, уға телен йоторға бирмәйенсә, ярҙам ҡулы һуҙмаһа, футболсы өсөн бының эҙемтәләре насар тамамланыуы ла бар ине.
Гусев килтерелгән клинка етәксеһе Борис Радуцкий әйтеүенсә, Канкаваға иң тәжрибәле медицина хеҙмәткәре лә көнләшә ала, бындай ярҙам булмаһа, Гусевтың хәле хөрт булыуы мөмкин ине.

Гусевтың мейеһе һелкенгән, яңағы һынған, әммә ул клиникала ҡалмаған, командаһы менән өйөнә ҡайтып киткән. Киләһе ялда уҡ ул уйын майҙанына сығыуы ихтимал.

Комментариев нет:

Отправить комментарий