среда, 2 апреля 2014 г.

Меркель Путиндың әйткәненә ышана.


Рәсәй президенты Владимир Путин менән һөйләшеүгә комментарий биреп, Германия канцлеры Ангела Меркель Украина сигендәге ғәскәрҙәрҙең һанын ҡыҫҡартыу вәғәҙәһенә шикләнергә сәбәптәр булмауын белдерҙе. Рәсәй президенты сайтындағы рәсми белдереүҙә был турала ентекләп әйтелмәй, ике ил лидерының Украинала тотороҡлоҡто тергеҙеүгә халыҡ-ара ярҙам хаҡында һүҙ булды, тиелә.

“Был эшләнәһе эштәрҙең һуңғыһы түгел, сөнки Украина сигендә бик күп хәрби көстәр тупланған. Шуға ҡарамаҫтан, Рәсәй ғәскәрҙәренең алыныуына минең шигем юҡ”,-тип белдерҙе Ангела Меркель.


Элегерәк Мәскәү хәрби көстәрҙе өлөшләтә алырға уйлағайны, ләкин Украина сигендә әле меңдәрсә хәрби бар. Вашингтон мәғлүмәттәре буйынса, уларҙың һаны 20 меңгә етә. Шишәмбе Рәсәй оборона министры Сергей Шойгу Украина дәүләтселегенә Рәсәй яғынан тышҡы агрессия түгел, ә ил эсендәге сәйәси конфликттар хәүеф тыуҙырыуы тураһында белдерҙе..

Комментариев нет:

Отправить комментарий