Ҡаһирәлә бер көндө
теракттар серияһы булды. Ән-Нахд университеты алдындағы майҙанда бер-бер артлы
шартлауҙар яңғыраны.
Был урында полиция
посы урынлашҡан. Шартлау мәлендә унда юғары пост биләгән офицерҙар төркөмө бар
ине. Тәфтиш фекере буйынса, һөжүмдең маҡсаты тап улар.
Һөжүм ҡорбаны- генерал
дәрәжәһендәге ҡаланың полиция бүлеге башлығы.
Офицерҙар комиссияһы
полицияның студенттар араһындағы тәртипһеҙлектәргә ҡаршы тороу әҙерлеген
тикшергән- уҙған көндәрҙә тап ән-Нәхд университеты тәртип һағында тороусыларҙың
һәм Мысырҙа тыйылған “Мосолман туғандар” яҡлыларҙың бәрелеш аренаһына әүерелгәйне.
Ил властары уларҙы
теракттар ойоштороуҙа ғәйепләй.
Хәбәрсебеҙ Мөхәммәт
Шәйехибраһим былай ти:
“Хәүеҙһеҙлектең һиҙелерлек кәмеүе бында, Ҡаһирә
үҙәгендә, айырыуса ныҡ һиҙелә. Буласаҡ президент өсөн ул етди ҡаршылыҡ, шуға
ла, әлбиттә, именлекте тәьмин итеү хәл итәһе мөһим мәсьәләләрҙең береһе
буласаҡ.”
Комментариев нет:
Отправить комментарий