четверг, 3 апреля 2014 г.

ГФР. Хөкүмәт минималь сәғәтле эш хаҡын арттыра.


Канцлер Ангела Меркель етәкселегендәге Германия хөкүмәте минималь хеҙмәт хаҡын сәғәтенә 8,50 евроға ҡәҙәр арттырыусы закон проектын раҫланы. Хәҙер һүҙ- ил парламентына, закон хупланһа, киләһе йылдың ғинуарынан ул үҙ көсөнә инәсәк.
Был яңылыҡ 18 йәштән кеселәргә, һөнәри уҡыуҙа йәки практикала булғандарға ҡағылмай.
Хеҙмәт министры Андреа Налес уны шулай аңлата:
“Беҙ йәштәрҙең белем алыуын, юғары хеҙмәт хаҡы урынына практика үтеүен теләйбеҙ. Тап шуның өсөн  18 йәштән кеселәргә был закон ҡағылмай.”
Уның әйтеүенсә, “оҙаҡ ваҡыт эшһеҙ йөрөгәндәр ҙә юғары хеҙмәт хаҡы ала алмаясаҡ.” Министр бындай ҡарарҙы “баланслы” һәм “ҙур арауыҡтан һуң хеҙмәт баҙарына килгәндәр өсөн күпер” тип атаны.
Әйтергә кәрәк, был законды ҡабул иткәндән һуң да, Германия Евроберләшмәнең иң йомарт иленә әүерелмәй. Графиктан сығып, бер сәғәтлек эш өсөн түләнгән минималь хеҙмәт хаҡын сағыштырырға мөмкин. Мәҫәлән, Швейцария хеҙмәткәрҙәренең минималь эш хаҡы сәғәтенә 22 франк (18 евро).
Шул рәүешле христиан демократтар Германия социаль-демократтар фирҡәһенең төп талабын үтәне. Минималь хеҙмәт хаҡын күтәреү шарты менән генә социаль-демократтар идара итеүсе коалицияла консерваторҙарҙың партнеры булырға ризалашҡайны.
Әммә белгестәр шуға хәүефләнә: гарантиялы минималь хеҙмәт хаҡын индереү бәләкәй һәм урта бизнеста эш урындарын ҡыҫҡартыуға килтереүе ихтимал.


Комментариев нет:

Отправить комментарий