пятница, 4 апреля 2014 г.

НАТО Рәсәй Федерацияһын хеҙмәттәшлек принциптарын емереүҙә ғәйепләй.


НАТО Көнсығыш Европала хәрби көстәрҙе арттырыуын инҡар итә. Кесаҙна альянс генсегы Андерс Фог Расмуссен НАТО-ның, ҙур хәрби көстәрҙе урынлаштырмайынса, регионда коллектив оборонаны тәьмин итеүен белдерҙе һәм Рәсәйҙе хеҙмәттәшлек принциптарын емереүҙә ғәйепләне.
Брюсселдә Эстония премьер-министры менән осрашыу һөҙөмтәләренә бағышланған матбуғат конференцияһында Расмуссен былай тине: “Россия башҡа дәүләттәрҙең территориялар бөтөнлөгөн, суверенитетын һәм сәйәси бойондороҡһоҙлоғон хөрмәт итергә йөкләмә алды, шул иҫәптән янауҙарҙан һәм көс ҡулланыуҙарҙан һаҡланырға, тик бөгөн Рәсәй барыһын да киреһенсә эшләй.”
Бынан алда Рәсәй сит ил эштәре министрлығы башлығы Сергей Лавров Көнсығыш Европала альянс көстәре  тупланыуын аңлатыуҙы һорағайны:
“Рәсәй-НАТО араһында, Рим декларацияһын һәм Рәсәй-НАТО Советының Көнсығыш Европа территорияһында даими өҫтәмә хәрби көстәр булыуын тыйыусы төп актын да индереп, билдәле ҡағиҙәләр йәшәй.”
Сит илдәрҙә кире ҡабул ителгән Ростов өлкәһендәге уйындарҙан һуң, Рәсәй частары үҙ базаларына ҡайтасаҡ. Әйтергә кәрәк, Болгарияла “Ново село” полигонында НАТО ҡоро ер ғәскәрҙәренең ҙур халыҡ-ара уйындары тамамланды. Бындай уйындарҙың киләһе раунды Украинала үтәсәк.


Комментариев нет:

Отправить комментарий