пятница, 4 апреля 2014 г.

Лондон һәм Гамбург һауа бысраныуынан йонсой.


 Лондон халҡын һәм Британия баш ҡалаһы ҡунаҡтарын  икенсе көн рәттән, бында әйтеүҙәренсә, бысаҡ менән ҡырҡырлыҡ ҡуйы һөрөм борсой. Һауаның ныҡ бысраныуы Сахара сүллеге ҡомо һәм Европа ҡитғаһы сәнәғәт ҡалдыҡтары һөрөмө аралашып килеүенә  бәйләнгән.
Осраҡлы рәүештә Брюсселдә БМО генераль сәркәтибе Пан Ги Мун тап ошо климат үҙгәреүе хаҡында һөйләй:
“Еропа Берләшмәһе тәүәккәл рәүештә эш башлаһа, ул саҡта климат үҙгәреүенә ҡаршы процесс күпкә тиҙләтеләсәк. Минең маҡсатым, минең приоритетым- 2015 йылға климат буйынса глобаль, юридик йәһәттән бурыстар йөкмәтеүсе килешеүгә эйә булыу өсөн, локомотивты кәрәкле рельстарға ҡуйыу һәм эшкә ебәреү”.
Һауа бысраныуы менән бәйле проблемалар һуңғы көндәрҙә Франция һәм Германия халҡы алдына ла килеп баҫты. ГФР төньяғындағы Гамбург һөрөм эсендә. Унан тын юлдары ауырыуҙары менән сирләгән кешеләр бигерәк тә ныҡ йонсой.


Комментариев нет:

Отправить комментарий