пятница, 4 апреля 2014 г.

Франкфурт һәм Мюнхен аэропорттарында 900 самаһы рейс туҡтатылған.


Эш ташлаған “Люфтганза” пилоттары, планлаштырылғанса, 5 апрелгә ҡәҙәр стачканы дауам итәсәктәрен белдерә.
Кесаҙна Европаның иң ҙур аэропорты Франкфуртта 700 самаһы рейс туҡтатылды, ә Мюнхен аэропортында- 200. Дөйөм алғанда, стачка осоронда 3800, йәғни 10 рейстың 9-ы туҡтатыласаҡ.
Профсоюздар пилоттар өсөн хеҙмәт хаҡын 10 процентҡа арттырыуҙы  һәм хеҙмәт шарттарын яҡшыртыуҙы талап итә. Компания тарихындағы иң масштаблы акция буласаҡ был. Уның шауҡымы 400 пассажирға ҡағыласаҡ.
Авикомпания кисектерелгән, туҡтатылған рейстар хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе “Люфтганза” сайтынан алырға тәҡдим итә.
Забастовканың башланыуына “Люфтганза”ның пенсия йәшен 60 йәшкә ҡәҙәр күтәрергә ниәтләүе сәбәпсе булды. Бөгөнгө көндә, билдәле сәғәт осоп, теләктәре булған осоусылар 55 йәштән хаҡлы йылға сыға һәм хеҙмәт хаҡының 60 проценты  самаһын ала.


Комментариев нет:

Отправить комментарий