суббота, 5 апреля 2014 г.

ЕС профсоюздары Брюсселдә ҡаршылыҡ акцияһы үткәрә.


Брюссель үҙәгендәге ЕС хөкүмәттәренең көрсөккә ҡаршы сәйәсәтенә халыҡтың кире мөнәсәбәтен белдереүсе демонстрация сыуалыштарға әүерелеп китте. Европа профсоюздары конференцияһы уны үткәреүгә күптән заявка биргәйне, әммә ошо райондағы Союздың төп учреждениеларында юғары кимәлдәге халыҡ-ара осрашыуҙар үткәрелеү менән бәйле хәүефһеҙлекте күҙ уңында тотоп, властар рөхсәт бирмәне. Шул саҡтан алып юл кәртәләре алынмаған.

Полицейскийҙарға әфлисундар һәм таштар осто, тегеләре һыуатҡыстарҙы эшкә ҡушты, йәш ағыҙыусы газ ебәрҙе.

“Акция Брюсселдәге “Евроньюс” студияһы янында башланды,-тип хәбәр итә Шандор Жирош.-Беҙҙең телеоператор урамға сығып, барыһын да төшөрөп алырға уйлағайны, тик ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар асыуҙарын уға йүнәлтте. Уны бер нисә тапҡыр һуҡҡылап, типкеләп алдылар.”

Был сығыштар майҙа үтәсәк Европарламент һайлауҙарына төбәп үткәрелде. Митингыларҙа активистар дәүләт идаралығы стилен үҙгәртерҙәй кандидаттарҙы яҡларға саҡыра. Профсоюз эшмәкәрҙәре хөкүмәттән яңы эш урындары булдырыуға күберәк аҡса бүлеүҙе талап итә.

Евроберләшмәнең төрлө илдәренән ҡаты экономия сараларына ҡаршы лозунгылар менән Бельгия баш ҡалаһы урамдарына 40 мең самаһы кеше сыҡты.

.

Комментариев нет:

Отправить комментарий