Афғанстандың 600 мең самаһы кешеһе күскенсе- үҙ иленең ҡасаҡтары.
БМО шундай мәғлүмәттәр килтерә.
Күпселек тотороҡлолоҡ
булмаған көньяҡтан бер аҙ именерәк төньяҡҡа ҡаса.
Кабул аҫтында “Гильменд”
атамаһын алған лагерь урынлашҡан- унда күпселеге ошо көньяҡ провинция халҡы
йәшәй. Афған баш ҡалаһы тирәһендә генә лә бындай лагерҙар 50 тирәһе.
Афғанстанда һуғыш еле
ҡағылмағандар ҙа рәхәт йәшәмәй Ә ҡасаҡтар лагерында һыу үткәргестәр, электр
хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
“Гильменд” лагерында 850 самаһы ғаилә. Улар Кандагар, Гильменд һәм Урузгандан килгән. Ҡыйын булһа ла әйтәйем:
бында хайуандар ҙа йәшәй алмай,”-ти лагерҙа көн күреүсе ир.
Лагерҙарҙың рәсми
теркәлмәүе лә хәлде ҡатмарландыра. Улар башҡаларға эләккән наҡыҫ ҡына хөкүмәт
ярҙамынан да мәхрүм.
Властар бындай
ҡасаҡтарҙы өйҙәренә кире ҡайтырға өндәй, әммә күптәре, хәйерсе хәлендә булһа
ла, именерәк ерҙә йәшәүҙе хуп күрә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий